9 декабрь, Йома

15 октябрь 2012 йыл, 16:49

Төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһаны

автор: Ғәлиә Нәбиева

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда муниципаль һайлауҙарҙа 1 252 446 кеше ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан. Был тауыш биреү өсөн исемлектәргә индерелгән барлыҡ һайлаусыларҙың 77,2 процентын тәшкил итә.

Тәтешле, Йәрмәкәй, Баҡалы, Илеш, Саҡмағош, Федоровка, Благовар, Нуриман, Ауырғазы райондары һайлаусылары айырыуса әүҙемлек күрһәткән. Уларҙа һайлаусыларҙың 90 проценты тауыш биргән.

Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидара органдарына һайлауҙарҙы 54 территориаль һайлау комиссияһы, шулай уҡ улар менән булдырылған 2753 участка комиссияһы үткәргән. Йәмғеһе 1115 мандат алмаштырылған.

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары буйынса, республиканың 108 һайлау участкаһында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡулланылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 14 октябрҙә – Берҙәм тауыш биреү көнөндә 54 муниципаль район Советтарына депутаттар һайланды. Бынан тыш, ҡайһы бер ауыл биләмәләре Советтарына депутатлыҡҡа төп һәм өҫтәмә һайлауҙар, Дүртөйлө ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутатлыҡҡа һайлауҙар, Туймазы ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутатлыҡҡа өҫтәмә һайлауҙар үтте. Барлыҡ һайлауҙар мажоритар система буйынса үткәрелде. Сөнки ҡатнаш система (бер мандатлы округтар һәм партия исемлектәре) буйынса һайлауҙар составында 20-нән ашыу депутат булған вәкәләтле органдар өсөн ҡаралған. Әлеге муниципаль һайлауҙарҙа иһә составында 20-нән кәмерәк депутат булған Советтар һайланды.