Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов сәйәси партиялар вәкилдәре менән осрашты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре менән осрашты.

— Һеҙҙең менән танышырға, Башҡортостанда булған проблемалар хаҡында һөйләшергә теләйем, — тине Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙы асып. – Беҙ бергә эшләргә тейешбеҙ. Һуңғы ваҡытта Дәүләт Думаһы һәм Рәсәй властары кимәлендә ҡабул ителгән ҡарарҙарға ярашлы яңы сәйәси партиялар барлыҡҡа килә башланы. Бөгөнгө көнгә Юстиция министрлығына партия теркәүгә 200-ҙән ашыу заявка ебәрелгән. Башҡортостанда ғына 23 төбәк бүлексә теркәлгән. Бер яҡтан, был бик яҡшы, сөнки «сағыу гөлләмә» барлыҡҡа килә. Икенсе яҡтан, һәр партия булған мөмкинлектәрҙән файҙаланып ҡына эш итә ала. Мин эшемдә төплө аҡылға һәм булған ресурстарға таянып эш итәм. Ниндәй генә манифестар яҙма, бары бер бөгөнгө хәл менән икәүҙән-икәү тороп ҡалаһың. Ниндәй партия вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, һәр кем беҙ бөгөн шөғөлләнгән эштәр менән шөғөлләнәсәк.

Республика башлығы билдәләүенсә, төбәктә асыҡ сәйәсәт үткәрелә.

— Власҡа ҡаршы барған кешеләр ҙә бар һәм был ғәҙәти күренеш, — тине Рөстәм Хәмитов. – Был донъяүи тәжрибә, уға тыныс ҡарайым. Барыһы ла власҡа килеү, кәрәк икән, үҙгәрештәр индереү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш.

«Яңы Рәсәй» вәкиле Марс Батыров һүҙҙәренсә, дәүләткә ярҙам итеү яңыраҡ булдырылған был партияның төп маҡсаты булып тора. Ә бына «Граждандар платформаһы» партияһы вәкиле Валерий Аббасов ҡануниәтте урындағы үҙидара йәһәтенән камиллаштырыу кәрәклеге хаҡында әйтте, шулай уҡ ул бала баҡсалары етешмәү проблемаһын ҡуҙғатты.

Республика Президенты быға, төбәктә бала баҡсалары мәсьәләһе хәл ителә, тип яуапланы һәм барлыҡ проблемаларҙы бергәләп хәл итергә тәҡдим итте.

— Һеҙ күп түгел, әммә барығыҙ ҙа фекерҙәштәр. Дөйөм алғанда, барлыҡ тәҡдимдәрегеҙ ҡабул ителә, әйҙәгеҙ бергәләп эшләйек, — тине Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙы йомғаҡлап.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть