7 декабрь, Шаршамбы

15 октябрь 2012 йыл, 15:10

Республикаға рәсми визит менән Венгрияның Рәсәйҙәге илсеһе килде

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанға рәсми визит менән Венгрияның Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Иштван Ийдярто килде. Делегация составында шулай уҡ Венгрияның Рәсәйҙәге Сауҙа вәкиле Дердь Палашти, Венгрияның Рәсәйҙәге Мәҙәни, ғилми һәм мәғлүмәт үҙәге директоры Андраш Барани, Венгрияның Рәсәйҙәге Илселеге пресс-атташеһы Кристина Сентдьерди бар.

Венгрия делегацияһының өс көнлөк визиты программаһында Башҡортостан етәкселеге, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисаметдинова менән осрашыу, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына барыу ҡаралған.

Визит программаһы билдәле венгр ғалимы, төркиәтсе Йожеф Торманың мемориаль таҡтаташына сәскәләр һалыуҙан башлана. Шулай уҡ бөгөн БР Археология һәм этнография музейына барыу планлаштырыла. «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында ҡунаҡтар «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле концертын ҡараясаҡ.

Шишәмбе Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына, «Аҡбуҙат» ипподромына, «Алексеевка» совхозына, шулай уҡ Өфөнөң «ЕСМ» инновацион предприятиеһына барыу планлаштырыла. 17 октябрҙә ҡунаҡтар «Красноусол» шифаханаһына бара.