10 декабрь, Шәмбе

15 октябрь 2012 йыл, 14:03

Башҡортостанда ямғырҙар аҙна дауамында яуасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Был аҙнала Башҡортостанда һауа торошо тотороҡһоҙ була. Алдағы көндәрҙә республикала аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, көндөҙ төбәктә 8-10 градус йылы була. Төндә ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы нуль градусҡа тиклем түбәнәйәсәк.

темалар: һауа торошо