8 декабрь, Кесе йома

15 октябрь 2012 йыл, 13:48

Республика Президенты Иглин районында булды

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

14 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Иглин районында булды. Республика башлығы муниципаль район Советы депутаттарын һайлау барышы менән танышты, шулай уҡ йылҡысылыҡ фермаһында сыҡҡан ҙур янғын урынын ҡараны. Уның һөҙөмтәһендә 20-нән ашыу инглиз тоҡомло ат, нәҫел үгеҙҙәре һәм башҡа мал янып үлгән.

Янғын хаҡында мәғлүмәт Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы пультына иртәнге сәғәт алты тирәһендә килгән. Ваҡиға шаһиттары һүҙҙәренсә, янғынды һуң ғына күреп ҡалғандар һәм хайуандарҙы ҡотҡара алмағандар. Янғын сәбәптәре әлегә асыҡлана.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, саф тоҡомло аттарҙың һәләк булыуы – йылҡысылыҡ фермаһы өсөн генә түгел, бөтә Иглин районы өсөн оло юғалтыу. «Республика хужалыҡты тергеҙеүҙә ярҙам итәсәк», – тине ул.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов Оло Теләк ауылында 480 урынлыҡ мәктәп бинаһын ҡараны, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән. Республика башлығы уҡытыусылар менән аралашты һәм бында урынлашҡан һайлау участкаһы эшмәкәрлегенең нисек ойошторолоуы хаҡында ҡыҙыҡһынды.

Балтика ауылында Рөстәм Хәмитов клуб эшмәкәрлеге менән танышты. Ул йыйылыштар залында, белорус тарихи-мәҙәни үҙәктә, ауыл китапханаһында булды. Һөҙөмтәлә республика Президенты район хакимиәте башлығына һәм ауыл биләмәһе етәксеһенә тиҙ арала клубты реконструкцияларға ҡушты.

Башҡортостан Президенты ауылдағы проблемалар хаҡында ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, бында һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен тора. Рөстәм Хәмитов Балтика ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Венера Каруностан 2011 йылдан алып ауылдарҙы төҙөкләндереүгә бүленгән маҡсатлы средстволарҙың килеп етеү-етмәүе хаҡында һораны. Ауыл Советы етәксеһе һүҙҙәренсә, ул средсволарға Балтикала ҡаты көнкүреш полигоны таҙартылған, урамдар яҡтыртылған, ҡоймалар ҡуйылған. Бындай ярҙам артабан да күрһәтеләсәк, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.