6 декабрь, Шишәмбе

15 октябрь 2012 йыл, 12:35

Өфөлә Башҡортостан Президенты ағас ултыртыу буйынса акцияла ҡатнашты

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

13 октябрҙә Өфөнөң Михаил Нестеров исемендәге скверында ағас ултыртыу буйынса акция үтте. Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Ул бер нисә үҫенте ултыртты, акцияла ҡатнашыусылар менән аралашты. Яңыраҡ булдырылған скверҙа 100-ҙән ашыу йәш йүкә ағасы ултыртылды.

Сарала ҡаланың 8-се һәм 95-се мәктәптәрендә белем алған балалар ҡатнашты. 9-сы класс уҡыусыһы Ольга Ҡудашева Өфөгә һәм Михаил Нестеровҡа арналған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Рөстәм Хәмитов уның уҡыуы, шөғөлдәре, киләсәккә пландары хаҡында ҡыҙыҡһынды.

Шулай уҡ Башҡортостан Президенты 8-се мәктәп биләмәһен ҡарап сыҡты. Бина 1938 йылда төҙөлгән. Бөгөн унда 300 бала белем ала. Мәктәп директоры Альфред Сәйетов һүҙҙәренсә, ремонт эштәре йыш үткәрелеп торһа ла, иҫке бинаны тейешле кимәлдә тотоу йылдан йыл ауырая.

— Яңы мәктәп төҙөргә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. – Урынын һайлап, 2013 йылда уҡ проектлау эштәрен башларға кәрәк.

Республика Президенты Өфө хакимиәте башлығына ҡаланың авария хәлендәге мәктәптәре исемлеген төҙөргә ҡушты. Йыл һайын бер-ике мәктәпте яңыларына алмаштырып тороу зарур.