3 декабрь, Шәмбе

15 октябрь 2012 йыл, 11:57

Төбәк башлығы: «Өфөләге Мосолмандар үҙәге йәмғиәтте экстремизмдан һаҡлауҙа төп идеологик роль уйнай»

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының IX съезында сығыш яһаны, сара 13 октябрҙә Өфөнөң Конгресс-холында үтте. Республика башлығы билдәләүенсә, был форум илдең барлыҡ мосолмандары өсөн мөһим ваҡиға булып тора.

– Рәсәйҙә 20 миллионға яҡын мосолман йәшәй һәм илебеҙ ислам донъяһының айырып алғыһыҙ өлөшө булып тора. Православие менән бер рәттән, ислам Рәсәй дәүләтенең нигеҙен тәшкил иткән дин булып тора, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн Өфөләге Мосолмандар үҙәге йәмәғәт, мәғрифәтселек, хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеп, бер дин кешеләрен берләштереп кенә ҡалмай, йәмғиәтте дини экстремизм кеүек ҡурҡыныс сирҙән һаҡлауҙа төп идеологик роль уйнай.

Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, бөгөнгө еңел булмаған заманда дошманлыҡ һәм нәфрәт таратҡан радикаль идеологиялар киң ҡолас йәйә.

– Терроризм тупаҫлыҡ хөкөм иткән ерҙә тарала, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. – Халыҡ араһында аң-белем таратыу йәһәтенән Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратына ҙур өмөт бағлайбыҙ. Унан да бигерәк, хәҙер дини берләшмәләр үҙҙәренең белем биреү системаһын үҫтереү мөмкинлегенә эйә булды.

Бөгөн мосолмандарға белем биреүҙә ярҙам итеү буйынса федераль программа тормошҡа ашырыла, Ислам белеме һәм мәҙәниәтенә ярҙам итеү фонды булдырлған. Башҡортостанда ғына биш мосолман уҡыу йорто бар. Уларҙың иң ҙуры – Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Ислам дине нигеҙҙәренә электрон саралар, Интернет, заманса интерактив белем биреү саралары ярҙамында ла өйрәтергә кәрәк. Бөгөнгө муллалар дини тәғлимәтте генә түгел, фән һәм техниканың алдынғы йүнәлештәрен дә яҡшы белергә тейеш.

Бөгөн йәштәр менән эшләүҙе көсәйтеү айырыуса мөһим, тине республика башлығы үҙенең сығышында.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр араһында суицид, алкоголизм, наркомания, енәйәтселек, психик ауырыуҙар һәм башҡа кире күренештәрҙең артыуы күҙәтелә. Бындай социаль проблемалар менән көрәштә мосолмандар, илдең башҡа дини конфессиялары кеүек үк, үҙ һүҙен әйтергә тейеш. Был йәһәттән ислам менән дәүләт мәнфәғәттәре, әлбиттә, тулыһынса тап килә, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, һуңғы ваҡытта илдең төрлө төбәктәредә, шул иҫәптән беҙҙең республикала, провокаторҙар күбәйә. Уларға ҡаршы көрәшеү беҙҙең, йәғни дәүләттең, йәмәғәт ойошмаларының, дини берләшмәләрҙең уртаҡ бурысы булып тора. Һәм был эшмәкәрлеккә республикала айырым иғтибар бүленә.

Һүҙ аҙағында Рөстәм Хәмитов Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты эшмәкәрлегенә ҙур өлөш индергәне өсөн уның етәксеһе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдинға рәхмәтен белдерҙе.