4 декабрь, Йәкшәмбе

15 октябрь 2012 йыл, 10:11

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Сибайҙа булды

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

12 октябрҙә Башҡортостан Президенты эш сәфәре менән Сибайҙа булды, унда ҡаланың 57 йыллығы билдәләнде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарына бағышланған һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты. Уның авторы – Мәскәү скульпторы Кириллов етәкселегендәге ижади коллектив.

— Бөгөн беҙ матур һәйкәл астыҡ. Ул Сибай ҡалаһын, Урал аръяғын ғына түгел, бөтә республиканы биҙәп тора. 200 йыл элек беҙҙең республиканан 20-нән ашыу полк Ватанды һаҡлап, һуғышҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла әйләнеп ҡайтмай, күптәре һуғыш яландарында ятып ҡала, әммә улар тураһында хәтер мәңге һаҡланып ҡаласаҡ. Беҙҙең яугирҙар еңеүгә ҙур өлөш индергән. Башҡорт полктары тураһында бөтә Европала беләләр. Был хәтерҙе быуаттар буйына һаҡлаясаҡбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Ул шулай уҡ «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән утыҙ биш фатирлы йортто ҡараны. Уның бер квадрат метры 22 мең һум тора. Беренсе иғәнә фатир хаҡының 10 процентын тәшкил итәсәк, 10 йылға процентһыҙ кредит бирелә.

Президент капиталь ремонттан һуң асылған Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Сибайҙағы бүлексәһе менән дә танышты. Ул заманса йыһазландырылған һәм бер нисә айырым зонаға бүленгән. 2014 йылға тиклем Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Сибайҙағы филиалы хеҙмәтләндергән барлыҡ офистарҙы яңы форматҡа күсереү планлаштырыла. Улар Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил райондарында, Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларында урынлашҡан.

Артабан Башҡортостан Президенты «Ирәндек» боҙ һарайында ойошторолған ҡышҡы спорт төрҙәре байрамында, мәҙәниәт һәм ял паркында үткәрелгән күргәҙмә-йәрминкәлә булды. Унда ҡаланың барлыҡ тиерлек ҙур предприятие һәм ойошмалары, шулай уҡ эшҡыуарҙар, сәнғәт оҫтаханалары ҡатнашты.

— Сибай минең өсөн мөһим ҡала булып тора. Ул – хеҙмәтсәндәр төбәге, ауыр үҙгәртеп ҡороу йылдарынан һуң ҡала һуңғы ваҡытта яңы көс, ҡеүәт туплай, — тине Рөстәм Хәмитов, ҡала халҡына мөрәжәғәт итеп.

— Сибайҙы үҫтереү буйынса беҙҙә ҙур пландар бар. Яңы һарайҙар, мәктәптәр, социаль объекттар төҙөүҙә, эш урындарын булдырыуҙа ярҙам итәсәкбеҙ. Бөгөн Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты үҫешә, яңы предприятиелар булдырыла, былар бик мөһим. Артабан Сибай ҡалаһы тағы ла йылдамыраҡ темптар менән үҫешер, Башҡортостан ынйыһына әүерелер, тип ышанам, — тине республика Президенты.