5 декабрь, Дүшәмбе

12 октябрь 2012 йыл, 16:13

Белоретта табип ғаиләләре яңы фатирҙарҙан асҡыстар алды

автор: Әлим Фәйезов | фото: Ольга Колесникова

Республика көнө Белоретта йәшәгән ике ғаилә өсөн икеләтә байрамға әүерелде – көн элгәре табиптар ғаиләләре яңы муниципаль фатирҙарҙан асҡыстар алды. Бындай мөмкинлек Белорет ҡалаһында балалар поликлиникаһы төҙөлгәндән һуң килеп тыуҙы. Уның филиалдарының береһе торлаҡ йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан ине. Филиалды яңы ҙур бинаға күсергәндән һуң, был бүлмәләрҙе фатир булараҡ файҙаланыу мөмкинлеге тыуҙы. Урындағы бюджет средстволары иҫәбенә бүлмәләр тулыһынса реконструкцияланды, һөҙөмтәлә ике бүлмәле ике фатир барлыҡҡа килде. Уларҙың асҡыстары Әфләтүновтар һәм Вәлиевтар ғаиләһенә тапшырылды.

Әфләтүновтарҙың ғаилә башлығы Руслан — Белорет үҙәк район дауаханаһында табип-педиатр, уның ҡатыны Ирина Белорет бала табыу йортонда табип булып эшләй. Улар ике бала тәрбиәләй.

Максим һәм Елена Вәлиевтар шулай уҡ табиптар. Улар Прохор исемле ул тәрбиәләй. Ғаилә 2010 йылда Яңауылдан күсеп килгән.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникова хәбәр итеүенсә, районда һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу һәм табиптрҙы эш урындарында нығытыу республика программаларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һуңғы дүрт йыл эсендә Белоретта ун биш табип ғаләһенә торлаҡ бүленгән.