5 декабрь, Дүшәмбе

12 октябрь 2012 йыл, 13:28

Өфөлә Волга буйы федераль округы нотариустары Советы ултырышы үтте

автор: Сергей Захаров

Өфөнөң Конгресс-холында Волга буйы федераль округындағы Нотариаль палаталарҙың Координация-методик советы ултырышы үтте.

Унда ҡатнашыусылар васыят, ҡануниәт буйынса төрлө мөлкәт ҡабул итеп алыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Шулай уҡ нотариаль эшмәкәрлеккә электрон документтар әйләнешен индереү мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә булды.

Башҡортостандың Нотариаль палатаһы президенты Әлфиә Хәйҙәрова фекеренсә, яңы мәғлүмәт технологияларына күсеү мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора.

— Әлеге ваҡытта күпселек нотариустарҙа электрон ҡултамға ҡуйыу программаһы булдырылған, улар әлеге программа менән эшләргә әҙер. Бынан тыш, шәхси эшҡыуарҙарҙы һәм юридик шәхестәрҙе теркәүгә документтар ҡабул итеүҙә нотариустар һалым органдары менән бергә электрон документтар әйләнешен үҫтерә, — тине республиканың баш нотариусы.

— Хәҙер нотариат яңы етди реформалар алдында тора, — тигән фекерен белдерҙе Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса Идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Йәнтурин. – Һуңғы тапҡыр нотариат 1993 йылда реформалаштырылды. Әле, нотариатта шәхси практиканы тергеҙеү үҙен аҡланы, тигән һығымта яһарға була.

Уның билдәләүенсә, ғәмәлдәге ҡануниәт нотариустарҙың мөмкинлектәре менән тулы  кимәлдә файҙаланмай. Әммә алдағы реформа был мөмкинлектәрҙе тулыһынса аса ала. Реформа нотариустар ролен көсәйтеүҙе, уларға яңы вәкәләттәр тапшырыуҙы һәм башҡа үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тота.