5 декабрь, Дүшәмбе

12 октябрь 2012 йыл, 14:45

Республиканың Йәштәр палатаһы Лео Бокериянан рәхмәт хаты алды

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы 2012 йылда «Студенттар һәм йәштәр араһында тәмәке тартыуҙы һәм наркоманияны иҫкәртеү» мәғариф программаһын уңышлы тормошҡа ашырғаны өсөн бөтә донъяға билдәле хирург, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Лео Бокериянан рәхмәт хаты алды.

Был мәғариф программаһында Башҡортостан юғары уҡыу йорттарынан студенттар ҡатнашты. Йәш парламентарийҙарға грамоталар «Мәғарифта һаулыҡ һаҡлау технологиялары» конгресы сиктәрендә тапшырылды.