10 декабрь, Шәмбе

12 октябрь 2012 йыл, 14:00

Башҡорт дәүләт педагогия университетында Йәш психолог мәктәбе эшләй башлаясаҡ

автор: Эльмира Сабирова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультеты Йәш психолог мәктәбен ойоштора. Ағымдағы уҡыу йылы барышында унда 9-11 синыф уҡыусылары йөрөй ала.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, психология менән таныштырыу, үҫмерҙәргә психологик ярҙам күрһәтеү курстарҙың төп маҡсаты булып тора. Мәҫәлән, уҡытыусылар имтихандарға нисек дөрөҫ әҙерләнеү, тулҡынланыуҙы нисек еңеү тураһында һөйләйәсәк. Бынан тыш, дәрестәр сиктәрендә төрлө темаларға тренингтар үткәреләсәк. Дәрестәргә йөрөү бушлай.

Беренсе бындай осрашыу шәмбе, 13  октябрҙә, 16 сәғәттән 19-ға тиклем үткәрелә.

Өҫтәмә мәғлүмәт менән (347)251-70-56 телефоны аша йәки Бәйләнештә социаль селтәрендә танышырға була.