7 декабрь, Шаршамбы

12 октябрь 2012 йыл, 12:55

Башҡортостанда инвесторҙар өсөн ҡыҙыу телефон линияһы булдырылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин

Волга буйы федераль округы субъекттары араһында Башҡортостан инвестициялар күләме буйынса Татарстан һәм Түбәнге Новгород өлкәһенән ҡала өсөнсө урында килә. Ә йән башына иҫәптә инвестициялар күләме буйына республика етенсе урын биләй (19962 һум). БР Иҡтисади үҫеш министрлығы баһалауы буйына, быйыл төп капиталға инвестициялар күләме 230 миллиард һумдан ашыу тәшкил итергә тейеш.

— Бының өсөн күләмдәрҙе арттырыу мөһим, — тине 10 октябрҙә Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында република Президенты Рөстәм Хәмитов. – Сит ил инвесторҙары менән эштәр насарыраҡ. Бында донъяүи иҡтисади көрсөк төп сәбәп булып тора. Әммә беҙҙең яҡтан да етешһеҙлектәр бар. Атап әйткәндә, был республика позицияһын тейешле кимәлдә билдәләмәүгә бәйле. Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһына был мәсьәләне тикшерергә тәҡдим итәм.

Төбәк башлығы билдәләүенсә, республикала инвесторҙарға ташламалар булдырыу буйынса эштәр әүҙем алып барыла. Әммә урындағы инвесторҙар менән власть тейешле кимәлдә эш итмәй.

— Рөхсәт ҡағыҙҙарын биреү, ер бүлеү мәсьәләләрендә бюрократик ҡаршылыҡтар бихисап, проекттарҙың мөмкинлектәрен баһалау йәһәтенән дә аналитика етешмәй, — тине Президент. – Муниципалитет һәм ҡала башлыҡтарына ярҙамсылар, ысын мәғәнәһендә профессионалдар кәрәк. Хәҙер был эште инвестициялар буйынса махсус вәкилдәр алып барасаҡ.

Инвесторҙар менән эште көсәйтеү буйынса бер сара булараҡ ҡыҙыу телефон линияһы булдырылды, уның аша белгестәргә инвестицион проекттар буйынса тәҡдимдәрҙе еткерергә була. Бынан һуң Рөстәм Хәмитов потенциаль инвесторҙар менән шәхсән үҙе аралашасаҡ. Ҡыҙыу линия телефоны: +73472505707.

— Инвесторҙарҙан телефон аша алынған барлыҡ мәғлүмәт миңә хәбәр ителәсәк һәм кәрәк тип тапҡан осраҡта инвесторҙар менән шәхсән үҙем һөйләшәсәкмен, — тине Президент.

Бәләкәй бизнесты үҫтереүҙә кәртәләр булдырған чиновниктарҙы республика башлығы тәнҡиткә алды. Шулай уҡ рейдерлыҡ һәм төбәктең финанс секторы булмауы ҙур проблемалар тыуҙыра.

— Беҙҙә иҡтисадтың финанс секторы үҫешмәгән тиерлек, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Шулай уҡ беҙгә республиканы үҫтереү өсөн етди ресурстар йәлеп итеү зарур. Өфөнө төҙөкләндереү өсөн күп эштәр башҡарырға кәрәк. «Өфө» халыҡ-ара аэропортын, тимер юл вокзалын реконструкцияларға планлаштырабыҙ, яр буйы урамдарын төҙөргә, ҡаланың көньяғын төҙөкләндерергә теләйбеҙ.

Был проекттар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов таныштырҙы.