7 декабрь, Шаршамбы

12 октябрь 2012 йыл, 11:45

Рөстәм Хәмитов «Өфө–Аэропорт» юлында үткәрелгән ремонт эштәренән ҡәнәғәт ҡалды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

«Өфө–Аэропорт» юлы ике йүнәлештә лә алты һыҙатлы буласаҡ. Был хаҡта 10 октябрҙә, ремонт эштәренән һуң республика трассаһын ҡабул итеп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

— Юлдың тар булыуы күренеп тора, ҡалаға ингән ерҙә лә, унан сыҡҡан урында ла машиналар һәр саҡ тығылышып тора, — тине Президент. – Ағиҙел аша үткән күперҙән алып Дим юл үткәргесе, М-5 трассаһына тиклемге юл участкаһын киңәйтеү зарур.

Рөстәм Хәмитов ҡала етәкселеге алдына юлды киңәйтеү проектын яҡын арала әҙерләү бурысын ҡуйҙы.

— Хәҙер проектлау эштәрен башлау, тикшеренеүҙәр үткәреү, ерҙең торошон ҡарау талап ителә. Әгәр был ерҙе законһыҙ рәүештә тартып алыу осраҡтары булһа, уны муниципаль йәки республика милкенә ҡайтарырға кәрәк. Аҡса, ваҡыт, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитына өлгөрөү-өлгөрмәү йәһәтенән эште самаларға кәрәк, — тине республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, башҡа объекттар әлеге юлды реконструкциялауға ярашлы проектланырға тейеш. Әгәр ҙә был эш, йәғни трассаны киңәйтеү, бер нисә йылға һуҙыла икән, алдағы ваҡытта эшләнәсәк башҡа эштәр ҙә бар. Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Владимир Чернов һүҙҙәренсә, киләһе йылда дүрт ер өҫтө үткәүеле, шулай уҡ Чесноковка ауылы эргәһендә юл үткәргесе төҙөлә башлаясаҡ. Бынан тыш Ағиҙел аша үткән күперҙәр яҡтыртыласаҡ.

— Был территория алдағы биш йылға ғына түгел, ә 20-30 йылға иҫәптә ентекле уйланылған булырға тейеш. Беҙгә килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү, шулай уҡ ҡаланы үҫтереү йәһәтенән дә беҙҙең өсөн был магистраль йүнәлеш булып тора. Проекттар заманса һәм оҙаҡ йылдарға иҫәптә әҙерләнгән булырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент һәм юл хеҙмәткәрҙәре алдына юлдарҙы «тиҙ, арзан һәм сифатлы» төҙөү бурысын ҡуйҙы.

— Дөйөм алғанда, бындай ҙур проекттарҙы ябайлаштырыу тенденцияһынан арына алыуыбыҙ, быйыл юлды яңыртыуҙа, уға капиталь ремонт үткәреүҙә етдилек күрһәтеүебеҙ менән ҡәнәғәтмен. Һөҙөмтәлә сифатлы продуктҡа эйә булдыҡ, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов юлды ҡабул иткәндән һуң Республика йортонда үткән кәңәшмәлә. — Әммә уның ни тиклем сифатлы булыуын ике-өс йылдан һуң ғына күрербеҙ. Быйыл капиталь ремонт үткәреүҙә ҡулланылған технологиялар дөрөҫ һайланғандыр, тип ышанам. Йыл һайын юлдарҙы «ямап» торорға тура килмәҫ, тип уйлайым, — тине Президент, кәңәшмәгә йомғаҡ яһап.