Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Күмертауҙа күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү программаһын тормошҡа ашырыу тамамлана

Иҡтисад

Быйыл Күмертауҙа 18 күп фатирлы йорт ремонтланасаҡ.

Күп фатирлы торлаҡ йорттарға капиталь ремонт махсус программа буйынса үткәрелә, ул Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды менән бергәләп финанслана. Был программа ҡалала 2008 йылдан алып тормошҡа ашырыла.

Дөйөм алғанда 2008-2012 йылдарҙа Күмертауҙа 83 күп фатирлы йорт ремонтланған, һөҙөмтәлә 7,5 меңдән ашыу кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Республика бюджеты, урындағы бюджет һәм торлаҡ хужалары средстволарын иҫәпкә алып, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды программалары буйынса капиталь ремонт үткәреүҙе финанслауға яҡынса 28 миллион һум аҡса тотонолған.

Быйыл программа сиктәрендә капиталь ремонт 18 йортта үткәреләсәк. Бөгөнгө көнгә 13 йортта эштәр тулыһынса тамамланған һәм улар дәүләт комиссияһы менән ҡабул ителгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть