Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Байтул мал» фонды Өфөнөң балалар йортонда музей ойошторасаҡ

Йәмғиәт

Өфөнөң 9-сы балалар йортонда ғәҙәти булмаған музей булдырыласаҡ. 20-се быуат әйберҙәре уның экспонаттары буласаҡ. Бындай идея менән «Байтул мал» фонды сығыш яһаны.

Музей өсөн экспонаттар ярты йыл самаһы йыйыла инде, әммә шулай ҙа бөгөнгө көнгә улар етерлек кимәлдә түгел. Фонд директоры Артур Насибуллов «Башинформ» агентлығы аша өфөлөләргә был эштә ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. Музей өсөн совет осорондағы әйберҙәр (көнкүреш техникаһы, һауыт-һаба һәм башҡалар) ҡабул ителә. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 221/1 адресы буйынса Фондҡа мөрәжәғәт итергә була. Белешмәләр өсөн телефон — 275-95-09.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть