Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт педагогия университетында БР Президенты стипендиялары тапшырылды

Йәмғиәт

Республика көнө алдынан М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының иң әүҙем һәм һәләтле студенттары тәбрикләнде. Улар БР Президенты стипендиаттары дипломдарына, шулай уҡ БДПУ-ның исемле стипендияларына лайыҡ булды.

Студенттарҙы университет ректоры Раил Әсәҙуллин, тарих фәндәре докторы, профессор, РФ юғары мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, БР мәғариф отличнигы, Ватан тарихы кафедраһы мөдире Марат Янборисов ҡотланы. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Юнысова сараның почетлы ҡунағы булды.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, БР Президенты стипендиаттары исеменә быйылғы уҡыу йылында 15 кеше – ике аспирант һәм 13 студент лайыҡ булды. Йәнә 10 студент уҡыуҙағы юғары ҡаҙаныштары һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлектәре өсөн Кузеев, Аҡмулла, Кейекбаев, Леонтьев һәм башҡа танылған ғалимдар исемендәге дипломдар менән бүләкләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть