10 декабрь, Шәмбе

10 октябрь 2012 йыл, 12:11

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан мәғарифында сығымдарҙы оптималләштереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда мәғариф системаһын яңыртыу һәм ундағы һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы кәметеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда финанслауҙы оптималләштереү юлдары, шулай уҡ уҡытыусыларға эш хаҡын арттырыу мәсьәләһе тикшерелде.

— Мәғариф өлкәһендәге барлыҡ ваҡиғаларҙы халыҡ күҙәтеп бара. Уҡыу йорттарындағы үҙгәрештәрҙе улар киҫкен ҡабул итә. Бихисап хаттар килә. Әйткәндәй, был хәлде аңлауҙы белдергән хаттар ҙа бар. Шулай уҡ ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын әҙ комплектлы мәктәптән етди, яҡшы мәктәпкә күсереүҙәренә ҡәнәғәтлек белдерә. Бала сифатлы белем ала, яҡшы коллективҡа эләгеп, асыла башлай. Беҙҙең алда механик рәүештә мәктәптәрҙе һәм уҡытыусыларҙы ҡыҫҡартыу маҡсаты юҡ. Беҙ мәғариф системаһына сығымдарҙы оптималләштерергә бурыслы, — тип билдәләне республика башлығы.

Кәңәшмәнең тулы стенограммаһы Башҡортостан Республикаһы Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.