4 декабрь, Йәкшәмбе

10 октябрь 2012 йыл, 13:10

Республикала көнбағыш йыйыу тамамлана

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда көнбағыш йыйыу тамамлана. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был культура төбәктә 142,4 мең гектар майҙанда йыйып алынған, планға ҡарата был 86 процентҡа тиң.

Көнбағыш йыйыу эштәре 37 райондың һигеҙендә тамамланған. Уртаса уңыш Башҡортостанда гектарынан 8,2 центнер тәшкил итә. Ә бына Бүздәк, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары гектарынан 10 центнерҙан ашыу көнбағыш һуғып ала.

Бөгөнгө көнгә республикала 116 мең тоннанан ашыу көнбағыш һуғып алынған. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондары хужалыҡтары – 11-шәр мең тонна, Дәүләкән һәм Көйөргәҙе райондары эшсәндәре 8 һәм 8,6 мең тонна көнбағыш йыйып алған.