8 декабрь, Кесе йома

10 октябрь 2012 йыл, 11:17

Өфөлә төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры медицина колледждары студенттарына стипендиялар тапшырҙы

автор: Ольга Мортазина

Башҡорт медицина колледжында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры стипендиаттарына дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостандың төрлө медицина колледждарынан егерме студент уҡыу йылы дауамында стипендияны өсләтә күләмдә – яҡынса мең ярым һум аласаҡ. Иң яҡшы студенттарға ярҙам итеүҙең бындай ысулын Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2005 йылдан алып ҡуллана.

Студенттарға наградалар тапшырып, БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев ведомство тарафынан үткәрелгән яңыртыу сәйәсәте, медицина хеҙмәткәрҙәре алдына ҡуйылған бурыстар хаҡында һөйләне.

2012-2013 йылғы стипендиаттар исемлегендә – гел ҡыҙҙар. Улар – Өфөнөң Башҡорт медицина колледжы, Бәләбәй, Белорет, Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы медицина колледждары һәм Бөрө медицина-фармацевтика колледжы студенттары.

темалар: һаулыҡ һаҡлау