Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәк башлығы Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит менән осрашты

Сәйәсәт

9 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит менән осрашты. Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул спорт объекттары менән танышыу маҡсатында килгән. 2013 йылдың февраль-март айҙарында уларҙа спорт ярыштары үткәреләсәк.

Уйындарҙы ҡабул итеүгә әҙерлек барышына бәйле мәсьәләләр тулы кимәлендә хәл ителә, тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. Уның һүҙҙәренсә, Халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерлек сараларына республика ҙур ойоштороу һәм финанс ресурстар йүнәлткән.

— Беҙҙә барыһы ла план буйынса бара, алдағы ваҡытта ярыштарҙы үткәреүгә әҙер буласаҡбыҙ. Был хаҡта рәсми рәүештә хәбәр итәсәкбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Өфөнөң әлеге спорт сараларын ҡабул итеүгә әҙерлек кимәле юғары, тип билдәләне Ричард Смит һәм Уйындарҙың төбәк дирекцияһына һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Шулай уҡ Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары донъяның төрлө илдәренән 24 ҡаланың ярыштарҙа ҡатнашырға теләк белдереүе хаҡында әйтте. Йәнә 20 ҡала был тәҡдим буйынса үҙ яуабын бирмәгән әле. Ричард Смит һүҙҙәренсә, Уйындарҙа яҡынса 600-700 кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть