Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала шәкәр сөгөлдөрө 69 процент майҙанда йыйып алынған

Иҡтисад

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алыу дауам итә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала татлы тамыраҙыҡтар яҡынса 36400 гектар майҙанда йыйып алынған, планға ҡарата был 69 процентҡа тиң.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уртаса уңыш гектарынан 168 центнер тәшкил итә. Төбәктә 612 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған. Уларҙан 450 тонна эшкәртеүгә йүнәлтелгән.

Шул уҡ ваҡытта, Благовар, Бүздәк, Йәрмәкәй һәм Шишмә райондары аграрийҙары гектарынан 200 центнер шәкәр сөгөлдөрө йыйып ала.

Әлеге ваҡытта иң күп татлы тамыраҙыҡтар Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы райондрында йыйып алынған – 73 һәм 71 мең тонна. Ә бына эшкәртеүгә иң күп шәкәр сөгөлдөрөн Ҡырмыҫҡалы районы эшсәндәре ебәргән – 959 мең тоннанан ашыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть