6 декабрь, Шишәмбе

09 октябрь 2012 йыл, 15:56

Төбәк башлығы Камил Йыһаншинға, Салауат Хәмиҙуллинға һәм Рәшит Шәкүргә С.Юлаев исемендәге премиялар тапшырҙы

автор: Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков

Республика көнө алдынан Башҡортостан Хөкүмәтендә төбәктең әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларын тапшырыу тантанаһы үтте. 2012 йылда лауреат исеменә түбәндәгеләр лайыҡ булды: Башҡортостан Республикаһы «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының редакция етәксеһе Хәмиҙуллин Салауат Ишмөхәмәт улы; «ШОК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте элемтә предприятиеһы директоры Йыһаншин Камил Фәрухшин улы; филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы профессоры Шәкүров Рәшит Закир улы.

Наградаларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.

— Һеҙҙе оло байрам – Республика көнө алдынан сәләмләүемә бик шатмын, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн беҙ сираттағы лауреаттарға премиялар тапшырабыҙ. Был награда менән ысын күңелдән һеҙҙе ҡотлайым. Милли геройыбыҙҙың исемен йөрөткән Башҡортостандың был төп премияһы 45 йыл элек булдырылды. Ул ваҡытта тыуған яҡтың данын күтәргән кешеләр – балетмейстер Фәйзи Ғәскәров, композитор Заһир Исмәғилев, шағир Мостай Кәрим һәм яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина тәүге лауреаттар булды. Был премияға йәмғеһе 127 мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре лайыҡ булды. Ул кешеләр – ысынында ла Башҡортостандың «Алтын фонды», улар беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өлгө буласаҡ. Быйыл уларҙың сафына һеҙ ҙә ҡушылдығыҙ. Һеҙ – республикабыҙ ғорурлығы.

Филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүр С.Юлаев премияһына «Ыласындар оса бейектә» китабы өсөн лайыҡ булды.

— Ижадыбыҙҙы юғары баһалағандары өсөн оло рәхмәтлебеҙ. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты исемен лайыҡлы йөрөтәсәкбеҙ. Был награда беҙҙе артабанғы ҡаҙаныштарға дәртләндерә, — тине Рәшит Шәкүр.

Яҙыусы Камил Йыһаншин юғары награданы «Золото Алдана» роман-дилогияһы өсөн алды.

— Беҙгә күрһәткән оло хөрмәтегеҙ өсөн рәхмәт, мин бик бәхетле, — тип тәҫораттары менән бүлеште ул. – Яҙыусы өсөн әҫәрҙәрен тыуған ерендә баҫтырып сығарыу – иң ҡәҙерле бүләк. Һәм мин уны алдым да инде. Мине бындай юғары наградаға лайыҡлы тип тапҡандары өсөн комиссия ағзаларына оло рәхмәтлемен. Минеңсә, премия ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, уны артабанғы һөҙөмтәле эшмәкәрлеккә аванс булараҡ ҡабул итәм.

Тележурналист Салауат Хәмиҙуллин премияға «Историческая среда» телевизион проекты өсөн лайыҡ булы.

— Башҡортостандың милли геройы исемендәге премияны республика Президенты ҡулынан алыу беҙҙең өсөн мөһим һәм тулҡынландырғыс ваҡиға, — тине Салауат Хәмиҙуллин. – Конкурсҡа тәҡдим ителгән проект – ул бөтә коллективыбыҙ хеҙмәте. Уға юғары баһа биргәндәре өсөн ҙур рәхмәт.

Тантана аҙағында Башҡортостан Президенты лауреаттар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.