5 декабрь, Дүшәмбе

09 октябрь 2012 йыл, 14:32

11 октябрҙә баш ҡалала «Халыҡтар дуҫлығы» йәрминкәһе асыла

автор: Марина Шумилова

11 октябрҙә Республика көнөн билдәләү айҡанлы «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе республиканың милли-мәҙәни үҙәктәре менән берлектә «Халыҡтар дуҫлығы» исемле көҙгө йәрминкә үткәрә, унда күмәртә хаҡтары буйынса республиканың ғына түгел, элекке СССР илдәренең дә аграрийҙары етештергән тауарҙар тәҡдим ителәсәк.

Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары арзан хаҡҡа йәшелсә, емеш-еләк һатып ала аласаҡ. Байрам йәрминкәһе «Башҡортостан» сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда 10 сәғәттә асыла.