11 декабрь, Йәкшәмбе

09 октябрь 2012 йыл, 12:15

Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса Донъя чемпионатына билеттар һатыла башланы

автор: Сергей Захаров | фото: Юлиә Дмитриева

9 октябрҙә «Өфө-Арена» һәм Спорт һарайы кассаларында Өфөлә үтәсәк Донъя чемпионатына билеттар һатыла башланы.

Чемпионаттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Спорт һарайы кассаларынан көйәрмәндәр «А» төркөмө матчтарына билеттар һатып ала аласаҡ, унда Швеция, Финляндия, Чехия, Латвия һәм Швейцария командалары көс һынашасаҡ.

«Өфө-Арена» кассаларында «А» төркөмө матчтарына билеттар һатыла, был төркөмдә Рәсәй йыйылма командаһынан тыш, Канада, Словакия, АҠШ һәм Германия спортсылары уйнаясаҡ.

«Өфө-Арена» кассаларына – 1506, Спорт һарайы кассаларына 689 билет йүнәлтелгән, сикләүҙәр ҙә бар: һәр кеше иң күбендә дүрт билет һатып ала ала.

Билеттарға хаҡтар Башҡортостандың Спорт саралары идаралығы сайтында күрһәтелгән.