6 декабрь, Шишәмбе

09 октябрь 2012 йыл, 11:50

Константин Толкачев Төркиә Республикаһының генераль консулы менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Төркиә Республикаһының Ҡазандағы Генераль консуллығы делегацияһы менән артабанғы иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Рәсми осрашыу дүшәмбе, 8 октябрҙә, Өфөлә үтте.

Башҡортостан парламенты спикеры ҡунаҡтарҙы төбәктең социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы. Республика әүҙем үҫешә һәм инвестициялар йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар булдыра, тип билдәләне ул. Спикер һүҙҙәренсә, тулы булмаған туғыҙ ай эсендә генә иҡтисади үҫеш 6 проценттан ашыу тәшкил иткән.

Константин Толкачев консуллыҡ делегацияһын респулика парламентының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, яңы закондар сығарыу башланғыстары, алдағы муниципаль һайлауҙар хаҡында һөйләне.

Осрашыуҙа республикала үтәсәк мөһим ваҡиғалар хаҡында ла һүҙ барҙы. Улар иҫәбендә – 13 октябрҙә үтәсәк Рәсәй мөфтөйҙәре съезы.

Төркиә Республикаһының генераль консулы Сабри Тунч Ангылы беҙҙең төбәктәрҙе берләштергән мәҙәни һәм тарихи бәйләнештәрҙе билдәләп үтте.

— Был бәйләнештәр артабанғы иҡтисади хеҙмәттәшлек өсөн ныҡлы нигеҙ булып торорға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды генераль консул.

Сабри Тунч Ангылы һүҙҙәренсә, Төркиә Республикаһы Башҡортостанда сауҙа үҙәктәре һәм ҡунаҡханалар төҙөргә әҙер. 2015 йылда Өфөлә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең самиттары алдынан был айырыуса мөһим.

Константин Толкачев Өфөлә Төркиә Республикаһының вәкиллеген булдырыу тураһында фекерен белдерҙе. Быға Сабри Тунч Ангылы, әлеге ваҡытта республикала почетлы консул институтын булдырыу мәсьәләһе ҡарала һәм лайыҡлы кандидаттар һайлана, тип яуап бирҙе.