3 декабрь, Шәмбе

09 октябрь 2012 йыл, 11:04

Баш ҡалабыҙҙа Ҡытайҙың Шэньян ҡалаһына арналған фотокүргәҙмә асыласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Шаршамбы, 10 октябрҙә, Башҡортостан баш ҡалаһына визит менән Ҡытай Халыҡ Республикаһының Шэньян ҡалаһы делегацияһы килә. Ике көнлөк визит Өфө һәм Шэньян ҡалалары араһында туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыу тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса саралар сиктәрендә ойошторола.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, визит барышында Шэньянға арналған фотокүргәҙмә ойоштороу планлаштырыла. Эштәр ҡаланың бай мәҙәниәте, үткәне һәм бөгөнгөһө, шулай уҡ ике ҡала араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәр тарихы менән таныштырасаҡ.

Күргәҙмәне асыу тантанаһы 10 октябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында 16.30 сәғәттә башлана.