7 декабрь, Шаршамбы

09 октябрь 2012 йыл, 10:37

Төбәк башлығы эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыу яҡлы

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 8 октябрҙә «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының «Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе» номинацияһында республика һәм федераль этаптарҙа еңеүселәр һәм призерҙар менән осрашты. Сарала бәйгенең республика этабында – беренсе, федераль этабында икенсе урын яулаған электросварщик Валерий Артюхов («Уралсибнефтепровод» асыҡ акционерҙар йәмғиәте), республика этабы призерҙары Максим Леликов («Уралсибнефтепровод» асыҡ акционерҙар йәмғиәте), Александр Зеленин («Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) ҡатнашты. Шулай уҡ осрашыуҙа БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм «Свартэкс» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Валерий Атрощенко булды.

Республика Президенты конкурста ҡатнашыусыларҙы яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлап, рәхмәтен белдерҙе.

— Эшсе һөнәрҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу кәмей, — тип билдәләне ул. – Беҙҙә квалификациялы кадрҙар дефициты күҙәтелә. Һеҙ үҙ оҫталығығыҙ менән кәрәкле эш башҡарыуығыҙҙы һәм иң яҡшылары булыуығыҙҙы иҫбатланығыҙ.

Рөстәм Хәмитов электросварщиктарҙан уларҙың эш шарттары һәм көнкүреш мәсьәләләре хаҡында һорашты. Асыҡланыуынса, уларҙың барыһы ла юғары белемле йәки уҡыуҙарын дауам итә һәм оҫталыҡтарын арттыра. Республика башлығы иретеп йәбештереүселәргә иҫтәлекле ҡул сәғәттәре тапшырҙы.

— Башҡортостан Президенты ярҙамы менән республикала эшсе һөнәрҙәрҙе үҫтереүгә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелер, тигән ышаныста ҡалабыҙ, — тине осрашыу аҙағында Валерий Артюхов.