4 декабрь, Йәкшәмбе

09 октябрь 2012 йыл, 9:46

Рөстәм Хәмитов: «Өфөлә ҡунаҡханалар төҙөү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырыласаҡ»

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин

Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең самиттарына әҙерлек сиктәрендә яңы ҡунаҡханалар төҙөү өсөн иң уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Был хаҡта республика Президенты Рөстәм Хәмитов халыҡ-ара саммиттарға әҙерлек буйынса кәңәшмәлә хәбәр итте.

— Өфөлә ҙур халыҡ-ара саралар үтәсәк. Декабрҙә – йәштәр араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты, киләһе йылда Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары үтә. 2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре башлыҡтарының самиттарын ҡабул итәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, Өфөлә ете меңгә яҡын спортсы ҡатнашлығындағы Бөтә донъя уйындарын үткәреү буйынса 2021 йылға заявка биреү кампанияһында ҡатнашасаҡбыҙ. Был бик абруйлы һәм яуаплы саралар, уларҙы юғары кимәлдә үткәрергә тейешбеҙ.

Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, ҡунаҡханалар етешмәү мәсьәләһен хәл итеү талап ителә.

— Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы форумында алты мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Өфөнөң әлеге ҡунаҡханалар комплексы менән ул кешеләрҙең барыһын да урынлаштыра алмаясаҡбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. – Бөгөнгө көнгә республикалағы ҡунаҡханалар һаны дөйөм Рәсәй кимәленән кәмерәк. Башҡортостан Волга буйы федераль округында һигеҙенсе урында тора.

Өфөлә йәмғеһе 48 ҡунаҡхана бар. Шул уҡ ваҡытта ҡунаҡхана бизнесының табышы буйынса республика Волга буйы федераль округында – беренсе, ил буйынса етенсе урынды биләй.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы ҡалала төҙөләсәк ҡунаҡханалар проекттары менән таныштырҙы. Объекттарҙы тәү сиратта «Карауанһарай» сауҙа-эш комплексы, Конгресс-холл биләмәләрендә төҙөү планлаштырыла. Шулай уҡ Ирек Ялалов башҡа проекттар тураһында ла һөйләне. Улар араһында — «Аҡбуҙат» ипподромы янындағы, Маяковский скверы ҡаршыһындағы, Революцион, Гоголь урамдарындағы, Цюрупа һәм Вәлиди урамдары киҫешкән урындағы ҡунаҡханалар, «Башҡортостан» ҡунаҡханаһына өҫтәп төҙөләсәк 139 бүлмәле бина.

— Төҙөлөштө башлар өсөн, бер нисә мәсьәләне хәл итеү зарур, — тип билдәләне Өфө мэры. – Был объекттарҙы тейешле ташламалар менән өҫтөнлөклө проекттар төркөмөнә индерергә, шулай уҡ инфраструктура булдырыуҙа ярҙам күрһәтергә кәрәк.