Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандың эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары Истанбулға бизнес-форумға барасаҡ

Иҡтисад

Башҡортостандың эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары «Рәсәй менән Төркиә араһындағы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығы роле» халыҡ-ара бизнес-форумында ҡатнашасаҡ. Сара 9-12 октябрҙә Истанбулда үтә.

Форум Рәсәй Федерацияһының Төркиәләге Илселеге, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Рәсәйҙең Төркиәләге Сауҙа вәкиллеге, РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Рәсәй-Төркиә эшлекле советы ярҙамында ойошторола.

Республика делегацияһын Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина етәкләйәсәк. Делегация составында – Ольга Ноғоманова, Римма Еникеева, Татьяна Гридина һәм Лилиә Кәшфуллина. Улар хеҙмәттәштәре менән айырым тармаҡтар буйынса секцияларҙа осрашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть