Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала III төбәк-ара экология форумы асылды

Иҡтисад

8 октябрҙә Өфөлә III төбәк-ара экология форумы эшләй башланы. Шулай уҡ форум сиктәрендә ХVII «Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге–2012» махсус күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте.

8-10 октябрҙә Башҡортостан баш ҡалаһында форумда ҡатнашыусылар ҡалдыҡтар менән идара итеү системаһын үҫтереү, производство объекттарын сәнәғәт хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.

БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ольга Лаздина һүҙҙәренсә, Башҡортостан Волга буйы федераль округында атмосфераға бүленгән зарарлы матдәләр күләме буйынса дүртенсе урында тора.

Республикала 200-ҙән ашыу сәнәғәт тармағында эшләгән предприятие һәм ойошмалар урынлашҡан, уларҙың эшмәкәрлеге тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһай.

Ольга Лаздина хәбәр итеүенсә, йыл аҙағынаса Башҡортостанда һауаны күҙәтеү буйынса ике күсмә лаборатория булдырыласаҡ, улар онлайн режимда эшләйәсәк.

Шулай уҡ форумда ҡаты көнкүреш һәм сәнәғәт ҡалдыҡтары менән идара итеү мәсьәләһе тикшерелә.

— Республикала булған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарына өҫтәмә рәүештә йәнә 31 шундай уҡ объект, шулай уҡ 217 сүп-сар тейәп оҙатыу станцияһын һәм 3 сүп-сар эшкәртеү комплексын төҙөү зарур, — тине Ольга Лаздина.

Йыл һайын тармаҡ предприятиелары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Башҡортостанда 11 миллион тонна сәнәғәт ҡалдыҡтары барлыҡҡа килә, уларҙың күләме әлеге ваҡытта бер миллиард тоннан ашыу тәшкил итә.

Төбәктә экологик хәлде яҡшыртыу һәм сәнәғәт ҡалдыҡтары күләмдәрен кәметеү өсөн, БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры урынбаҫары Игорь Карепанов фекеренсә, тау сәнәғәте комплекстарының йыйылып килгән ҡалдыҡтарын эшкәртеү, тау-байыҡтырыу предприятиеларында заманса технологиялар ҡулланыу, шулай уҡ тейешле маҡсатлы программа ҡабул итеү зарур.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть