11 декабрь, Йәкшәмбе

08 октябрь 2012 йыл, 12:49

Күгәрсен районында журналистарға Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар тапшырылды

автор: Любовь Колоколова | фото: Миләүшә Нуретдинова

Күгәрсен районында Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар тапшырыу тантанаһы үтте.

Быйыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы наградалар тапшырыу буйынса комиссия ҡарары буйынса лауреат исеменә түбәндәге журналистар лайыҡ булды: Зөһрә Арсаева — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы эфирында сыҡҡан «Башҡортостанда эшләнгән», «Йәнтөйәк» һәм «Хәбәрсе яҙмалары» тапшырыуҙары өсөн (тәҡдим итеүсе ойошма – Асҡын районы муниципаль район Советы президиумы); Дамир Шәрәфетдинов – республика гәзиттәрендә һәм журналдарында, шулай уҡ интернетта донъя күргән граждандар именлеге һәм йәмғиәттәге татыулыҡ, Башҡортостанды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү мәсьәләләренә ҡағылышлы мәҡәләләр шәлкеме өсөн (тәҡдим итеүсе ойошма — «Аманат» журналы редакцияһы); Рәзифә Сәхәпова һәм Илдус Тимерханов — «Базы буе бодрэ тал» («Базы буйы бөҙрә тал») китабы өсөн (тәҡдим итеүсе ойошма — «Саҡмағош мәғлүмәт үҙәге» редакция-нәшриәт комплексы). Бынан тыш, Күгәрсен районынан лауреат исеменә тарихи темаларға мәҡәләләр шәлкеме өсөн «Күгәрсен хәбәрҙәре» гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе Тәлғәт Ишемғолов лайыҡ булды.

Тантаналы сарала республиканың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков ҡатнашты.

Йола буйынса сара Шаһит Хоҙайбирҙин бюсына сәскәләр һалыуҙан башланды. Күгәрсен районы халҡы исеменән ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин сәләмләне.

— Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты булыу – оло мәртәбә. Уның тормош юлы ҡыҫҡа, әммә бик сағыу, башҡорт публицистикаһын үҫтереү өсөн ул күп нәмә эшләп өлгөрә. Беҙҙең өсөн ул лайыҡлы өлгө булып ҡала, — тине БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов.

2012 йылғы лауреаттар, үҙ сиратында, хеҙмәттәрен юғары баһалағаны өсөн конкурсты ойоштороусыларға һәм йылы ҡаршы алғандары өсөн район халҡына рәхмәтен белдерҙе.

Сара Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге аллеяла ағастар ултыртыу менән тамамланды, тип хәбәр итте «Күгәрсен хәбәрҙәре» гәзите хеҙмәткәре Миләүшә Нуретдинова.