Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Корея Республикаһы вәкиле менән электрон белем биреү мөмкинлектәрен тикшерҙе

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Кореяның Университет белеме биреү буйынса советының генераль секретары Дэ Джун Хван менән осрашты. Һүҙ Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарының белем биреү системаларына ситтән тороп уҡытыу технологияларын индереү мөмкинлектәре хаҡында барҙы. Ситтән тороп, йәки электрон белем алыу студенттарға уҡытыусылар менән интернет аша аралашып, аудиторияларға бармайынса ғына уҡырға мөмкинлек бирәсәк. Бындай хеҙмәттәргә ихтыяж артҡандан арта, был иһә юғары уҡыу йорттарынан тейешле технологик база талап итә.

— Осрашыу һөҙөмтәле үтте, килешеүҙәргә өлгәштек, — тине Дэ Джун Хван. – Президенттың тиҙ арала мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүенә хайран ҡалдым. Ул Кореяның электрон белем биреү өлкәһендәге тәжрибәһе менән яҡынданыраҡ танышырға булды, уның Кореяға сәфәре декабрҙә ойоштороласаҡ. Үҙемдең яғымдан, Башҡортостан Президентына Корея Республикаһының мәғариф, фән һәм технологиялар министры, инновацион технологиялар етештерегән бер нисә компания етәкселәре менән осрашыуҙар ойошторорға һүҙ бирҙем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть