3 декабрь, Шәмбе

08 октябрь 2012 йыл, 11:26

Башҡортостан Президенты: «Хәҙер Октябрьский нефтселәр төбәге генә түгел, хәйриә баш ҡалаһы ла»

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

— Октябрьский изге күңелле кешеләр ҡалаһына әйләнергә тейеш, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Октябрьскийҙа үткән Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советының күсмә ултырышында. – Был ҡала беренсе булып хәйриә марафонын үткәрә башланы. Ай ярым эсендә бында йөҙләгән балаға ярҙам күрһәтелде. Хәҙер Октябрьский нефтселәр төбәге генә түгел, хәйриә баш ҡалаһы ла.

Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Молчанов һүҙҙәренсә, «Изгелекте бергәләп эшләү!» марафонын башлар алдынан, тәү сиратта, хәйриә ярҙамы күрһәтеләсәк кешеләр төркөмдәре билдәләнгән.

— Бер юлы барыһына ла ярҙам күрһәтеү мөмкин түгел, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Молчанов. – Шуға күрә иғтибарҙы балаларға йүнәлтергә булдыҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Изгелекте бергәләп эшләү!» марафонында тәүгеләрҙән булып етем балаларға, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, шулай уҡ ҡаты ауырыған балаларға ярҙам күрһәтелде.

Әлеге марафонда урындағы халыҡ ҡына түгел, предприятиелар ҙа ҡатнаша. Уның сиктәрендә 2012 йылдың август-сентябрь айҙарында үткәрелгән «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» акцияһы барышында 259 балаға ярҙам күрһәтелгән. Йәмғеһе 1 миллион 140 мең һум аҡса тотонолған.

Шулай уҡ ҡалала ҡаты сиргә дусар булған балаларға ярҙам йөҙөнән акция ойошторола. Уларҙы дауалауға иҫәпкә 1 миллион 240 мең һум аҡса күсерелгән. Билдәләп үтәйек, хәйриә марафоны иҫәбенә аҡсалар әле лә ҡабул ителә.

Ултырышта инвалид балаларға ярҙам итеү мәсьәләләре лә ҡуҙғатылды. Ундай балаларҙы тәрбиәләгән ата-әсәләр исеменән «Әсә йөрәге» әсәләр советы рәйесе Гөлшат Ибраһимова сығыш яһаны. Ул совет эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, шулай уҡ балаларҙың шифаханаларҙа дауаланыу мәсьәләһен күтәрҙе. Уның һүҙҙәренсә, махсус дауалау йорттары конкурстарҙа ҡатнашмай, шуға күрә инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ташлама менән дауалана алмай.

Ултырышта шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлештәге ойошмалар эшмәкәрлегенә ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелде. БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьев белгестәр өсөн күсмә семинарҙар ойошторорға тәҡдим итте. Ултырышта ҡатнашыусылар иһә хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән эре ойошмалар һәм айырым кешеләр өсөн дәртләндереү сараларын булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ултырышта әйтеп ишеттерелгән барлыҡ тәҡдимдәр ҙә яҡын арала тикшереләсәк һәм һәр береһе буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк.