8 декабрь, Кесе йома

08 октябрь 2012 йыл, 10:03

Октябрьскийҙа Рөстәм Хәмитов етем балаларға фатирҙарҙан асҡыстар тапшырҙы

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

6 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 12 кешегә фатирҙарҙан асҡыстар тапшырҙы. 24 фатирлы социаль йортта 18 бер бүлмәле һәм 6 ике бүлмәле фатир бар, уларҙың дөйөм майҙаны 824 квадрат метр тәшкил итә.

12 етем бала Башҡортостан Президенты ҡулынан асҡыстар алды.

— Фатир алыу – ул ҙур шатлыҡ. Ҡайһы бер балалар быны 10 йыл көттө. Ниһайәт, мохтаждарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе урынынан ҡуҙғалды. Быйыл социаль торлаҡҡа мохтаж булған меңгә яҡын кеше фатир аласаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Өй туйлаусыларҙың береһе – 68-се һөнәри лицейҙа белем алған Алексей Рудь һүҙҙәренсә, фатир алыу өсөн кәрәк булған барлыҡ документтарҙы уның өләсәһе Алексей бәләкәй булған саҡта уҡ әҙерләп ҡуйған.

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең Торлаҡ сәйәсәте буйынса комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта ҡалала торлаҡ алыу өсөн сиратта 130-ҙан ашыу етем бала тора.

— 6 октябрҙә фатирҙарҙан асҡыстарҙы 12 кеше алды, ноябрҙә йәнә шундай уҡ йорт файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Бынан тыш, икенсел баҙарҙа 17 торлаҡ бүлмә һатып алыуға конкурс иғлан ителде. Шулай итеп, торлаҡ алыуға мохтаж булған барлыҡ етемдәр фатирҙар менән йыл аҙағынаса тулыһынса тәьмин ителәсәк, — тип билдәләне Фәрит Ғүмәров.

2012 йылда Октябрьский ҡалаһы социаль торлаҡ төҙөү буйынса федераль программала ҡатнаша башланы. Әлеге өс ҡатлы йорт 2012 йылдың апрелендә төҙөлә башлай. Унан фатирҙар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торған йәш ғаиләләргә, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә, етем балаларға бирелә.

Социаль йорттоң бер квадрат метры 24200 һум тора. Шул уҡ ваҡытта Октябрьскийҙа әлеге ваҡытта бер «квадрат» 36 мең һумға тиң.