Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала яңы мәҙәниәт министры тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Указы менән республиканың мәҙәниәт министры итеп Әминә Шафиҡова тәғәйенләнде. Йома, 5 октябрҙә, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ведомство коллективын яңы етәксе менән таныштырҙы.

Биографик белешмә. Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова 1974 йылдың 24 мартында Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында тыуған. 1992 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты янындағы урта махсус музыка мәктәбен, ә 1997 йылда институттың үҙен тамамлай. 1999 йылда Ҡазан дәүләт консерваторияһында стажировка үтә.

1997 йылдан Әминә Шафиҡова – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор.

2004 – 2008 йылдарҙа – БР Хөкүмәт Аппаратының мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары, милли һәм йәштәр сәйәсәте бүлегендә төп белгес, баш консультант, 2008 – 2010 йылдарҙа Өфө сәнғәт академияһы проректоры булып эшләй. 2010 йылда Әминә Ивний ҡыҙы З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының ректоры итеп һайлана.

Әминә Шафиҡова Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002), Ш.Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (2006), Н.Сабитов исемендәге I Республика конкурсы (1995), «Музыкаль де Франс» халыҡ-ара пианиносылар конкурсы (Франция, 1996), «Өмөттәр, таланттар, оҫталар» Халыҡ-ара конкурсы лауреаты (Болгария, 2003), «Пианелло валь Тидоне» Халыҡ-ара пианиносылар конкурсы дипломанты (Италия, 2004).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть