Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.37 ↑

EUR 61.54 ↓

2 март, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Башҡорт энциклопедияһының етенсе томы презентацияланды

Йәмғиәт

Өфөнөң Конгресс-холында йома, 28 сентябрҙә, Башҡорт энциклопедияһының һуңғы, етенсе томының презентацияһы үтте. Сара «Тарихи тәжрибә, Рәсәй төбәк энциклопедистикаһы үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләре» бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә ойошторолдо.

БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов сарала ҡатнашыусыларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе. Энциклопедия биттәрендә башҡорт халҡының бай мәҙәниәте, республиканың иҡтисади мөмкинлектәре һәм тәбиғәте сағылдырылған, тиелә хатта.

Шулай уҡ унда Башҡорт энциклопедияһының республикабыҙҙың, уның күп милләтле халҡының визит карточкаһы булыуы хаҡында әйтелә. Энциклопедия ярҙамында донъя һәм Рәсәй йәмәғәтселеге беҙҙең республика тураһында бай мәғлүмәт туплай ала.

Республиканың төп китабы БР Фәндәр академияһы етәкселеге аҫтында Башҡортостандың алдынғы ғалимдары һәм ижади интеллигенцияһы ҡатнашлығында булдырылды.

«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең генераль директоры Уйылдан Сәйетов, етенсе томды сығарыу менән генә туҡтап ҡалмай, энциклопедия артабан да үҫешер, тигән ышанысын белдерҙе. Был идеяны башҡа докладсылар ҙа күтәреп алды һәм Башҡорт энциклопедияһының икенсе өлөшөн сығара башларға тәҡдим итте.

Бөгөнгө көндә күп томлы хеҙмәт башҡорт теленә тәржемә ителә. Бынан тыш, рус телендәге энциклопедияның электрон төрө бар.

Презентация сиктәрендә иң әүҙем авторҙарҙы һәм «Башҡорт энциклопедияһы» хеҙмәткәрҙәрен наградлау тантанаһы үтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть