9 декабрь, Йома

28 сентябрь 2012 йыл, 14:29

Төбәктә инвестициялар буйынса вәкил вазифалары булдырыласаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостандың һәр муниципалитетында инвестициялар буйынса вәкил вазифаһы булдырыласаҡ. Был хаҡта 28 сентябрҙә БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов рәйеслегендә үткән «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһы идараһы ултырышында БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин хәбәр итте.

— Беҙҙә инвесторҙар менән эшләүҙең яңы технологияларын индереү, инвестицион мөхит булдырыу мәсьәләләре өлгөрөп етте, — тип билдәләне министр. – Муниципаль кимәлдә үҙгәрештәр индермәйенсә тороп, уңайлы инвестицион мөхит булдырыу буйынса эште тулыһынса башҡарып булмаясағын аңлайбыҙ.

Евгений Маврин һүҙҙәренсә, бөгөн Башҡортостанда инвесторҙар менән эшләү технологиялары хаҡтары 100 миллион һумдан алып тәшкил иткән инвестиция проекттарына ҡарата ҡулланыла. Министрлыҡ белгестәре фекеренсә, яңы институт ярҙамында был процедуралар арзаныраҡ проекттарға ла ҡағылырға тейеш.

Владимир Балабанов һүҙҙәренсә, дөйөм алғанда был дөрөҫ йүнәлеш.

— Минеңсә, инвестициялар буйынса вәкил вазифаһын хакимиәт башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары башҡарырға тейеш. Әйткәндәй, территорияла инвестицион әүҙемлек мәсьәләһенә тап ул контроллек итергә тейеш, — тип билдәләне БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов һәм Совет идараһы рәйесе Сергей Молчановҡа йыл аҙағынаса иҡтисад буйынса урынбаҫарҙарҙы ошо мәсьәлә буйынса кәңәшмәгә йыйып алырға тәҡдим итте.