9 декабрь, Йома

28 сентябрь 2012 йыл, 13:53

Башҡортостан йәштәре Мәләүездә фестивалгә йыйылды

автор: Әлим Фәйезов

Йома, 28 сентябрҙә, Мәләүездә III «Ғорурланам һинең менән, тыуған Башҡортостан!» республика ижади йәштәр һәм студенттар фестивале үтә. Сара БР Президенты Хакимиәте, республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Мәләүез районы хакимиәте ярҙамында ойошторола.

Фестивалдә дөйөм белем биреү мәктәптәренән, шулай уҡ лицей, гимназия, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарынан йәмғеһе меңдән ашыу кеше ҡатнаша.

Мәләүездә бындай сара өсөнсө йыл рәттән үткәрелә. Быйыл ул Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнала. Фестиваль Башҡортостандың мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендәге ҡаҙаныштарын һаҡлауға һәм уларҙы артабан арттырыуға булышлыҡ итә, йәштәргә үҙҙәренең ижади һәм ғилми мөмкинлектәрен тормошҡа ашырырға, яңы ҡыҙҡлы мәғлүмәт менән танышырға мөмкинлек бирә.

— Мәләүезде хаҡлы рәүештә йәштәр ҡалаһы тип атарға була, сөнки муниципаль район халҡының өстән бер өлөшөн тап йәштәр тәшкил итә, — тине Мәләүез районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Мөлөков, фестивалдә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.

Конкурс төрлө номинацияларҙа үткәрелә. Улар араһында – һынлы сәнғәт, плакат, фотоһүрәт, инша, видеоклип, ғилми-тикшеренеү эше. Йыл һайын фестиваль һәләтле йәштәр араһында яңы исемдәр аса, тип хәбәр итте Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Елена Мазиева.