7 декабрь, Шаршамбы

28 сентябрь 2012 йыл, 12:29

Баш ҡалала үтән вакансиялар йәрминкәләрендә 1200 кеше ҡатнашты

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң хеҙмәт биржаһы ойошторған ике вакансиялар йәрминкәһендә дөйөм алғанда 1200 кеше ҡатнашты.

Шулай итеп, ике көн дауамында XXII «Уралстройиндустрия форумы — 2012» халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе сиктәрендә Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте ҡаланың төҙөлөш ойошмалары өсөн вакансиялар йәрминкәһен ойошторҙо. Унда 12 эш тәҡдим итеүсе 420 вакантлы урын тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы. Йәрминкәлә 600 кеше ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән.

Икенсе йәрминкә дәүләткә ҡарамаған милек формаһындағы предприятиелар өсөн ойошторолдо. Унда сауҙа, дөйөм туҡланыу һәм төҙөлөш өлкәләрендә эшләгән 30-ҙан ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнашты. Эш эҙләүселәр иғтибарына 700 буш эш урыны тәҡдим ителде. Был сарала шулай уҡ 600 өфөлө ҡатнашты. Уларҙың 70-тән ашыуы эшкә саҡырыу алды.