4 декабрь, Йәкшәмбе

28 сентябрь 2012 йыл, 12:02

Өфөлә үткән конференцияла «Рәсәй энциклопедистары ассоциацияһы»н булдырырға тәҡдим ителде

автор: Марина Шумилова

«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең генераль директоры Уйылдан Сәйетов Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ ҡарамағында «Рәсәй энциклопедистары ассоциацияһы»н булдырырға тәҡдим итте. Бындай башланғыс менән ул Өфөлә «Тарихи тәжрибә, Рәсәй төбәк энциклопедистикаһы үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләре» бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында сығыш яһаны.

— Төбәк энциклопедистикаһын артабан үҫтереү беҙҙең эшмәкәрлекте координациялауҙы талап итә, — тип белдерҙе Уйылдан Сәйетов. – Кемдер был ролде үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Энциклопедистика илдә берҙәм организм кеүек үҫешергә тейеш. Сөнки Рәсәйҙең барлыҡ энциклопедистары бер мәғлүмәт киңлегендә эшләй.

«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең генераль директоры билдәләүенсә, мәғлүмәт киңлегендә һәм шул иҫәптән төбәк энциклопедияларында булған факттар дөрөҫлөгө һәр кемебеҙҙе һәм тәү сиратта «Ҙур Рәсәй энциклопедияһы»н ҡыҙыҡһындырырға тейеш. Сөнки төбәк энциклопедиялары уны һәм ғөмүмән мәғлүмәт киңлеген урындағы материалдар менән тулыландыра.