Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Эстонияның Палдиски ҡалаһы делегацияһы Башҡортостанға киләсәк

Сәйәсәт

8-14 октябрҙә Эстонияның Палдиски ҡалаһы делегацияһы Башҡортостанда буласаҡ, делегацияға Палдиски Ҡала йыйылышы рәйесе Николай Пичугов һәм ҡала мэры Каупо Каллас етәкселек итәсәк.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Балтика төбәгендәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты вәкиле Рина Хәмитова хәбәр итеүенсә, делегация составына ҙур сәнәғәт предприятиелары һәм компаниялары вәкилдәре ингән. Эстония эшҡыуарҙары үҙҙәренең иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырасаҡ, Башҡортостанда берлектәге предприятие булдырыу мөмкинлектәрен тикшерәсәк. Визит сиктәрендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың июль айында Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы Эстонияға визит менән барғайны. Делегацияға БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселек итте. Визит сиктәрендә Палдиски ҡалаһында тәүгә бизнес-форум ойошторолдо, унда иҡтисади хеҙмәттәшлек итеү планы, шулай уҡ ҡалала Салауат Юлаев исемендәге парк һәм башҡорт халҡының милли геройына арналған яңы музей булдырыу мөмкинлектәре тикшерелде.

Палдиски ҡалаһы делегацияһының Башҡортостанға визиты республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Палдиски ҡалаһы мэрияһы һәм «Салауат Юлаев» Балтика халыҡ-ара үҙәге ярҙамында ойошторола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть