9 декабрь, Йома

28 сентябрь 2012 йыл, 10:37

Башҡортостан командаһы «Рәсәйҙең иң яҡшы инновацион төбәге» конкурсында өсөнсө урын яуланы

автор: Галина Бахшиева

Санкт-Петербургта «Рәсәйҙең иң яҡшы инновацион төбәге» конкурсы финалы тамамланды, ул V Халыҡ-ара инновация форумы сиктәрендә ойошторолдо.

— Интерактив ток-шоу форматында командалар төбәктәренең инновацион мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Эш һөҙөмтәләре буйынса бер нисә тиҫтә проект араһынан ярым финалға – 13, финалға 5 команда үтте. Улар иҫәбендә беҙҙең республика командаһының «БР Күп функциялы ғилми инновация үҙәге» проекты ла бар, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Фәндәр академияһының матбуғат секретары Светлана Седелева.

Конкурс өс этапта үткәрелде. Дөйөм рейтинг жюри ағзаларының, залдың һәм интернет менән ҡулланыусыларҙың тауыштарынан төҙөлдө. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың Күп функциялы ғилми инновация үҙәге проекты өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ә бына ижади этап һөҙөмтәләре буйынса республика командаһы иң яҡшыһы тип танылды.

— Беҙҙең проекттың ижади өлөшө – ул киләсәккә күҙ һалыу. Төп идея – донъя яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тейеш. Унан да бигерәк, ул әле үк үҙгәрә башланы. Алға табан барыр өсөн төп нигеҙҙе капитал түгел, ә интеллектуаль милек тәшкил итергә тейеш, ә инновацион идеялар яңы иҡтисадтың төп ҡиммәттәре булырға тейеш, — тип һөйләне Башҡортостандың Территориаль инновациялар үҙәге директоры Артур Богданов.

Уның һүҙҙәренсә, конкурс йомғаҡтары буйынса БР Күп функциялы ғилми инновация үҙәге проекты Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының төбәктәрҙе үҫтереү буйынса федераль программаһына индереү өсөн тәҡдим ителәсәк.