5 декабрь, Дүшәмбе

28 сентябрь 2012 йыл, 10:01

Республикала буласаҡ уңышҡа орлоҡ фонды әҙерләнгән

автор: Галина Бахшиева

Республиканың орлоҡ фонды 101 процентҡа тулыланған. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 27 сентябргә ҡарата аграрийҙар 299 мең тонна орлоҡ әҙерләгән.

Шул уҡ ваҡытта, республиканың алты районынан тыш, барлыҡ хужалыҡтар ҙа яҙғы сәсеүгә орлоҡ әҙерләгән. Ә Илеш һәм Саҡмағош райондарында был эштәр 175 һәм 152 процентҡа башҡарылған.

Республикала яҙғы бойҙайҙың страховка фондына әлегә 30 мең тонна иген һалынған, планға ҡарата был 67 процент тәшкил итә. План 25 районда үтәлгән. Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары 1,7 мең тонна иген әҙерләгән.

Ошо уҡ көндәрҙә ужым культураларының күсмә фонды тулылана. Әлеге ваҡытта унда 45 мең тонна орлоҡ һалынған, планға ҡарата был 78 процентҡа тиң.