Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Күмертауҙа социаль туризмды үҫтереү буйынса муниципаль программа эшләй башланы

Сәйәсәт

«2012 йылға Күмертау ҡалаһы ҡала округында социаль туризмды үҫтереү» муниципаль маҡсатлы программаһы был ҡалала рәсми рәүештә эшләй башланы. Программа социаль туризмды популярлаштырыуға, граждандарҙың ялға, сәләмәтлеген һаҡлауға хоҡуҡтарын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән.

Муниципаль программа сиктәрендә Күмертауҙағы пенсия йәшендәге кешеләр, инвалидтар республиканың ниндәй ҙә булһа ҡалаһына бер көнлөк турҙа ҡатнаша ала. Турҙың 70 процентын – урындағы бюджет, ҡалған 30 процентын ял итеүселәр үҙҙәре түләй. Быйыл социаль турҙар республика баш ҡалаһына – Өфөгә ойошторола. Күмертауҙа йәшәгән 230-ҙан ашыу кеше баш ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышып, музей һәм театрҙарына бара ала.

Яңы муниципаль проекттың төп маҡсаты – халыҡтың тыуған яҡты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү. Программа координаторы булып Күмертау тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть