5 декабрь, Дүшәмбе

27 сентябрь 2012 йыл, 17:26

Башҡортостанда йәнә 57 ҡатын «Әсәлек даны» миҙалын алды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Кесе йома, 27 сентябрҙә, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатындарға «Әсәлек даны» миҙалдарын тапшырҙы. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән тантаналы сараға медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, ауыл эшсәндәре, эшҡыуарҙар, йорт хужабикәләре – йәмғеһе 57 ҡатын килде. Уларҙың барыһын да балаларға булған сикһеҙ һөйөү берләштерә.

Төбәктә әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә, тине Фидус Ямалетдинов, әсәләрҙе тәбрикләп.

— Бала табыу, уны тәрбиәләү – ғаиләнең иң мөһим социаль функцияларының береһе. Күп балалы ғаиләләр йәштәр өсөн ниндәйҙер социаль ориентир булып тора, — тине вице-премьер.

Әлеге тантана 99-сы тапҡыр үткәрелә. Бөгөнгө көнгә был республика наградаһын биш һәм унан күберәк бал тәрбиәләгән 5677 әсә алған.

Бөрйән һәм Ейәнсура райондарынан бөгөнгө сараға етешәр ҡатын килде. Был иң ҙур делегациялар булды.