9 декабрь, Йома

27 сентябрь 2012 йыл, 16:33

Республика Президенты йылытыу миҙгелендә өҙөклөктәр булдырмау бурысын ҡуйҙы

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала ҡыҫҡа ваҡыт эсендә энергетика ҡорамалдарын, инженер селтәрҙәрен һәм коммуникацияларын ремонтлау эштәрен тамамларға ҡушты. Барлыҡ социаль учреждениелар, торлаҡ йорттар, предприятие һәм ойошмалар йылылыҡ ҡабул итеүгә әҙер булырға тейеш.

— Алдағы йылытыу миҙгелендә халыҡты йылылыҡ һәм электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булмаҫҡа тейеш, — тигән бурыс ҡуйҙы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостандың ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарына, министрлыҡ һәм ведомстволар, ресурстар менән тәьмин иткән ойошмалар вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп.

Башҡортостан Президенты объекттарҙың алдағы йылытыу миҙгелендә эшләүгә әҙер булыуына арналған Республика видеоселектор кәңәшмәһендә хәбәр итеүенсә, быйыл торлаҡ-коммуналь хужалыҡты нығытыуға республика бюджетынан өс миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса программаларҙы үтәүгә бөтә сығанаҡтарҙан 1,3 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.

2012 йылда 440 күп фатирлы йортҡа ремонт эшләү планлаштырылған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды ярҙамында программа буйынса был эш 90 процентҡа башҡарылған.

— Республика программаһы буйынса ҡайһы бер муниципаль берәмектәрҙә эштәр үтә яй алып барыла, сөнки подряд ойошмаларын һайлау буйынса конкурстар оҙаҡҡа һуҙыла. Шулай итеп, Ейәнсура, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Федеровка райондарында конкурс процедуралары сентябрҙә генә тамамланған. Салауат районында конкурс процедуралары август айында уҡ тамамланыуға ҡарамаҫтан, унда ремонт эштәре башланмаған, — тине Рөстәм Хәмитов.

Уның һүҙҙәренсә, коммуналь хужалыҡты ҡышҡа әҙерләүгә төбәктә 1,2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Республикала дөйөм алғанда ағымдағы йылда 260 километр һыу үткәргес һәм 59 километр йылылыҡ селтәрҙәре алмаштырылған.

Башҡортостанда 4,4 процент күләмдә — йылылыҡ селтәрҙәрен һәм 2,4 процент күләмдә һыу үткәргес селтәрҙәрен алмаштырыу планлаштырылған. Шул уҡ ваҡытта норматив буйынса был күрһәткестәр биш проценттан да кәм булырға тейеш түгел.

— Тәү сиратта был муниципалитеттарҙың иҫке селтәрҙәрҙе алмаштырыу буйынса түбән процент планлаштырыуы хаҡында һөйләй. Муниципаль берәмектәр, ҡала округтары башлыҡтарынан нормативтарға ярашлы эшләүҙәрен һәм бындай эштәрҙе контролгә алыуҙарын һорайым, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы.

Йылылыҡ менән тәьмин иткән объекттарҙы үҙҙәрен резерв электр энергияһы сығанаҡтары менән тәьмин итеү шулай уҡ мөһим һәм әлегә хәл ителмәгән мәсьәләләрҙән һанала. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика быйыл 32 күсмә электр станцияһы һатып аласаҡ, «ул саҡта был мәсьәлә тулыһынса хәл ителәсәк».

Башҡортостан Президенты һүҙҙәренсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының энергия ресурстарын поставкалаған компаниялар алдындағы бурысы 1,5 миллиард һум тәшкил итә.

Рөстәм Хәмитов муниципалитет башлыҡтарына ҡала һәм райондарҙың коммуналь инфраструктураһын үҫтереү буйынса комплекслы программалар әҙерләргә, шулай уҡ коммуналь предприятиеларҙың инвестиция программаларын әҙерләп, уларҙы раҫларға ҡушты.