Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов элекке СССР-ҙың газ һәм нефть сәнәғәте ветерандары менән осрашты

Иҡтисад

26 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә үҙенең ойошторолоуының 40 йыллығын билдәләгән «Миннефтегазстрой» (СССР Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығы) етәксеһе Владимир Чирсков менән осрашты. Осрашыуға ошо өлкәлә хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандар ҙа йыйылды.

— Министрлыҡ 1972 йылдың 20 сентябрендә булдырыла. Быйыл был көндө беҙ Төмәндә булдыҡ, сөнки унда ойошмаларыбыҙ бик күп. Яғыулыҡ-энергетика комплексын булдырыу йәһәтенән икенсе төп төбәк – ул Башҡортостан, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Чирсков.

— Министрлыҡ системаһында эшләү бәхете миңә лә тейҙе, — тине Рөстәм Хәмитов. – Дүрт-биш йыл самаһы ғына эшләһәм дә, министрлыҡтың ҡеүәтен, ниндәй ҡатмарлы бурыстарҙы тормошҡа ашырыуын, кешеләрҙең тырышлығын күреү һәм аңлау өсөн ошо ваҡыт та етте.

Президент тармаҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн ветерандарға рәхмәт әйтте.

— Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре союзы изге бурыс үтәй һәм беҙҙең республика тармаҡ ветерандарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть