10 декабрь, Шәмбе

27 сентябрь 2012 йыл, 13:18

Яңауылда Башҡортостандағы төньяҡ райондарҙың иң яҡшы китапханасылары тәбрикләнде

автор: Әлим Фәйезов

Яңауылда етенсе тапҡыр ойошторолған «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китапханасыһы-2012» республика конкурсының зона этабы үтте. Сараны ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Яңауыл районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, Яңауыл үҙәк китапханаһы сығыш яһаны.

Сарала ҡатнашыусылар алдында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Зикаф Хузин, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гәүһәр Миңлейәрова, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Әхмәҙиева сығыш яһаны.

Конкурста республиканың төньяҡ төбәгендәге ете район вәкилдәре ҡатнашты. Яңауыл, Ҡалтасы, Борай, Тәтешле, Асҡын, Мишкә һәм Балтас китапханасылары өс номинацияла көс һынашты.

Һөҙөмтәлә «Мәңгелек китаптар», «Барыһы ла уҡый», «Уҡыған ил уңыр» номинацияларында шул тәртиптә Асҡын районынан Ольга Бәҙретдинова, Яңауыл районынан Гөлнара Вәлиева, Балтас районынан Ләйсән Усманова еңеү яуланы.