9 декабрь, Йома

27 сентябрь 2012 йыл, 12:44

Өфөлә төбәк энциклопедистикаһы мәсьәләләре тикшерелә

автор: Марина Шумилова

27 сентябрҙә Өфөнөң Конгресс-холында «Тарихи тәжрибә, Рәсәй төбәк энциклопедистикаһы үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләре» бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы асылды. Уны ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Башҡорт энциклопедияһы» сығыш яһай. Конференцияла Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ БДБ илдәренән вәкилдәр ҡатнаша.

Бөтә Рәсәй конференцияһы ете томлыҡ «Башҡорт энциклопедияһы»н тамамлау айҡанлы ойошторола, тине БР Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.

— Был ғәйәт ҙур мәғлүмәт ресурсы, Башҡортостан исеменән донъяның мәғлүмәт киңлегендә ул лайыҡлы сығыш яһай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Фәндәр академияһы президенты.

Рәмил Бәхтизин билдәләүенсә, төбәк энциклопедистикаһы проблемалары буйынса конференция Башҡортостандың ғилми берләшмәһе өсөн генә түгел, ә бөтә Рәсәй йәмғиәте өсөн дә ҙур ваҡиға булып тора.

Ике көн дауамында ғилми форумда Рәсәй энциклопедистикаһы тарихы, үҫеше, төбәк энциклопедияларын әҙерләү мәсьәләләре тикшереләсәк.

27 сентябрҙә конференцияның пленар ултырышы үтә. Конгресс-холл фойеһында төбәк энциклопедиялары, фәнни әҙәбиәт күргәҙмәһе ойошторолған.

28 сентябрҙә ғилми форум сиктәрендә «Башҡорт энциклопедияһы»ның аҙаҡҡы, етенсе томының презентацияһы, шулай уҡ түңәрәк өҫтәл үтә. Унда конференцияға йомғаҡ яһаласаҡ һәм уның резолюцияһы ҡабул ителәсәк.

«Тарихи тәжрибә, Рәсәй төбәк энциклопедистикаһы үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләре» конференцияһына йыйынтыҡ әҙерләнгән.

Төбәк энциклопедистикаһын үҫтереүгә арналған фәнни-ғәмәли конференциялар бығаса Санкт-Петербург (2003 йыл), Ҡазан (2006 йыл) һәм Чебоксары (2007 йыл) ҡалаларында үтте.